+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
2 Ғинуар 2024, 09:00

Ғинуар айына һынамыштар

*Беренсе ғинуарҙа көн йылы бул­һа, ашлыҡ уңыр.*Ай ҡараңғы булһа, һауа еүеш бу­лыр, әгәр асыҡ булып торһа, көн ҡоро килер.

Ғинуар айына һынамыштарҒинуар айына һынамыштар
Ғинуар айына һынамыштар

*Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.

*Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.

*Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы килер.

*Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.

*Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.

*Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

*Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

*Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

Фото: foto-onlain.ru

Автор:
Читайте нас