*Сәғәт кисе 7-нән һуң ашамағыҙ.
*Көнләшмәгеҙ!
*Һигеҙ сәғәттән кәм йоҡламағыҙ (13-сө пунктты иҫәпкә алмағанда).
*Аҡсаны еңел һәм күңелле ҡулланығыҙ. Аҡса йыйыу—ҡолаҡ артына сәс ҡыҫтырыу кеүек үк ҡартлыҡ билдәһе.
*Кәмендә йылына ике тапҡыр ял итегеҙ!
*Ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ. Юғиһә, үҙе менән генә ҡыҙыҡһынған кеше сире хаҡында һөйләүе ихтимал.
*Юҡ ҡына нәмәгә лә һөйөнөргә өйрәнегеҙ—һауа торошона, сәскә атҡан гөлгә, һандуғас һайрауына.
*Байлыҡ һәм уңайлыҡты бәхет менән бутамағыҙ!
*Бер ҡасан да “Мин ҡурҡам” тимәгеҙ.
*Төндә ҡайҙалыр барырға кәрәк икән—барығыҙ. Иртәгәһенә, бәлки, эштә йоҡлап ултырырға тура килер, әммә тормошто йоҡлап үткәрмәгеҙ!
*Йомарт булығыҙ.
*Еңел булығыҙ! Нимәнелер үлсәп, иҫәпләп оҙаҡ уйлап ултырмағыҙ. Хәрәкәт итегеҙ, ынтылығыҙ. “Иң мөһиме—көрәшеү, ҡалғанын ҡарарбыҙ”,--тигән Наполеон. Эйе, ул насар тамамлаған, әммә сағыу йәшәгән.
*Ҡоштар һымаҡ булығыҙ! Бөгөнгө көн менән йәшәгеҙ!
*Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ!
*Йәш күренергә тырышмағыҙ—көлкө тыуҙырырһығыҙ. Үҙ йәшегеҙҙә, әммә яҡшы күренегеҙ.
*Тормошҡа зарланмағыҙ! Бөтөнләй зарланмағыҙ!
https://ataisal.com/articles/feker/2022-01-13/tormoshto-yaraty-y-2653054