+11 °С
Ясно
Төрлөһөнән
9 Января 2024, 09:00

Йомортҡа ҡабығы керҙе ағарта, имеш...

Сәйнүк йә иһә термос эсен көҙгө кеүек ялтыратып ҡуйыу серен беләһегеҙме? Йомортҡа ҡабығын йылы һыу менән сайҡатҡас, һауытҡа һалығыҙ һәм яртылаш һыу тултырығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомортҡа ҡабығы керҙе ағарта, имеш...Йомортҡа ҡабығы керҙе ағарта, имеш...
Йомортҡа ҡабығы керҙе ағарта, имеш...

Һәйбәтләп һелкетегеҙ ҙә төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртән уны тап-таҙа булып ҡалыуын күрәсәкһегеҙ! Ғөмүмән, аҡ йомортҡа ҡабығы ағартыу үҙенсәлегенә эйә.

*Йомортҡа ҡабығын порошок хәленә килгәнсе төйөп, туҡыма ҡапсыҡҡа тултырығыҙ ҙа ауыҙын бәйләгеҙ. Аҡ кейемде йыуғанда ҡапсыҡты машина барабанына һалығыҙ. Керҙе ағартасаҡ!

*Йомортҡа ҡабығын төйөп, һыуға һалығыҙ һәм бер тәүлек тотоғоҙ. Төнәтмәне бүлмә гөлдәренә һибегеҙ. Ҡабыҡтағы файҙалы матдәләр – бик һәйбәт ашлама.

Фото: klubmama.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас