+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2024, 11:00

Мосолман ир-аттарға алтын балдаҡ кейергә яраймы?

Мосолман ата-әсә үҙ балаларын бәләкәй сағынан ислам дине нигеҙҙәрендә тәрбиәләп үҫтерергә тейеш. Һәм быны, әлбиттә, баланы һәр ваҡыт тыйып, сикләп йөрөтөп түгел, ә тейешле әҙәп, мөхәббәт, наҙ, ҙур иғтибар күрһәтеп эшләргә кәрәк.

Мосолман ир-аттарға алтын балдаҡ кейергә яраймы?Мосолман ир-аттарға алтын балдаҡ кейергә яраймы?
Мосолман ир-аттарға алтын балдаҡ кейергә яраймы?

Ата-әсә үҙ улдарына алтындан эшләнгән биҙәүестәр һәм, шулай уҡ, ебәктән (русса – шёлк) кейем кейҙерергә тейеш түгел. Был ҡанун түбәндәге билдәле хәҙистән килә: пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ уң ҡулына – ебәк, ә һул ҡулына алтын алған да: «Был ике нәмә – минең өммәтем ир-аттары өсөн харам», — тигән (Әхмәд, Әбү Дауыт, Ән-Нәсәи, Ибн Мәджәһ хәҙис йыйынтыҡтарынан, яҡшы хәҙис). Йәғни, ир балаларын алтындан-ебәктән кейендереп, ата-әсә, һөҙөмтәлә, үҙ өҫтөнә гонаһ ала, тип һығымта яһарға ҡала. Ә егет кеше үҙе бик тә бик теләй икән, көмөштән, еҙҙән дә бына тигән биҙәүестәр тағып йөрөргә мөмкин.

Фото: arnfoto.ru

Автор:
Читайте нас