Алыҫ Төньяҡта 12 йыл эшләп, дөйөм хеҙмәт стажы 20 йылдан дә кәм булмаған ике балалы әсәләр шулай уҡ 50 йәштән хаҡлы ялға сыға ала. Шул төбәккә тиңләштерелгән райондарҙа эшләүселәр ундағы хеҙмәт стажы 17 йылға еткәс, шулай уҡ 50 йәштән хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә була.
1,5 йәшкә еткәнсе бала ҡарау ваҡыты әсәнең хеҙмәт стажына керә. Пенсияны иҫәпләгәндә шундай 4 арауыҡ, йәғни 6 йыл иҫәпкә алынырға мөмкин.
Бала тәрбиәләгән йылдар өсөн пенсия коэффициенттары түбәндәгесә иҫәпләнә:
Беренсе бала – 1,8 балл;
Икенсе бала – 3,6 балл;
Өсөнсө һәм дүртенсе бала – 5,4 балл.
Әгәр әсә кеше декрет ялы мәлендә эшләгән икән, ул был йылдар өсөн пенсияны нисек иҫәпләргә кәрәклеген (эш ваҡыты итепме, әллә декрет ялы итепме), үҙе алдан хәл итергә тейеш.
Фото: lodka-life.ru