+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2024, 10:00

Бала ғәйепле түгел...

"Туған тел" телеканалындағы "Сер итеп кенә" тапшырыуында Башҡортостандың һәи Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров никахһыҙ тыуған ҡыҙы тураһында асылып һөйләне. Фидан Гафаров 60 йәшендә йәш атай булған.

Бала ғәйепле түгел...Бала ғәйепле түгел...
Бала ғәйепле түгел...

- Ҡыҙым тыуыуҙы минең өсөн тормоштоң һынауы тип тә, бәхет тип тә әйтергә була. Сөнки бала, айырыуса ҡыҙ бала, үҙенең бәхете, үҙенең ризығы менән тыуа. Шуға ла мин уны ситләтмәнем, үҙ фамилиямды бирҙем. Минең юбилейҙа ла бик матур итеп шиғыр һөйләне ул, хатта артистар ҙа улай һөйләй алмай. Бик иҫтәре китеп, мөкиббән китеп ҡаранылар инде ҡыҙымды. Бына шундай һәләтле  булып тыуған ул. Баланы ғаиләм лә яҡшы ҡабул итте, Фәриҙәм аңланы. "Сабыйҙы ташламайһың, бергә ҡарайыҡ", – тине. Быға бала ла ғәйепле  түгел, Фәриҙә лә ғәйепле түгел. Беҙ – ир-аттарҙың шаталаҡ булыуы, уйлап-нитеп тормайынса эш итеү, эмоцияларға бирелеү һөҙөмтәһе тип уйлайым мин был хәлде, – тип һөйләне ул.

Фотолар Фидан Ғафаровтың битләүенән.

 Сығанаҡ: https://omet-rb.com/articles/yoldyzlar-tormyshynnan-/2024-01-12/fidan-gafarov-nikahsyz-tugan-kyzy-turynda-s-yl-g-n-3601018

Автор:
Читайте нас