+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2024, 06:00

ЯЛҠАУ кешенең 10 һылтауы

Мин булдыра алмайымЭшкә тотоноп та ҡарамайынса "булдыра алмайым" тип әйтеү ул үҙ ялҡаулығыңды инҡар итеп маташыу. Ялҡау кеше үҙен йәлләүсән була. Әлбиттә, бик һирәктәр генә үҙенә "ялҡау" тигән мөһөр бирә. Ялҡауҙарҙың 60 % үҙен ялҡау тип һанамай, 30 % үҙенән көсһөҙ йән "яһап" яуаплылыҡтан ҡаса.

ЯЛҠАУ кешенең 10 һылтауыЯЛҠАУ кешенең 10 һылтауы
ЯЛҠАУ кешенең 10 һылтауы

Уйҙар һаҙлығында батыу

Егәрле эш менән мәшғүл саҡта, ялҡау ҙур идеялар менән янып ятыуын дауам итә. Йәнәһе лә, үҙенең "йондоҙло" сәғәтен көтә. Әммә уйҙарҙың осһоҙ-ҡырыйһыҙ икәнен оноторға ла ярамай. Берәй күңелеңә ятҡан яҡшы уй килдеме башыңа, тот та эшләп ҡара.

 Иртәгә лә көн бар

Ялҡауҙар бөтә эште иртәнге көнгә ҡалдырыусан. Егәрле кеше ниәтен шунда уҡ атҡарып ҡуя. Ялҡауҙар ғына иртәгә спорт менән шөғөлләнә башлай, иртәгә эш эҙләргә тотона, иртәгә дөрөҫ туҡланыуға күсә... Иртәгә, иртәгә, иртәгә....

 Мин әҙер түгел

"Мин әҙер түгел" тейеүҙең сәбәбе ҡурҡаҡлыҡ та булырға мөмкин, әлбиттә. Әммә күп осраҡта ялҡауҙар эшкә тотоноп китә алмауҙарын шулай тип аҡлай.

 Һуңланым...

Ялҡау үҙенең ялҡаулығын хәленән килгәнсә инҡар итә. "Мин ялҡау" тип әйтергә лә көс кәрәк бит әле ысынында. Ялҡау кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә бер генә аҙым да яһамайынса, "минең йәштә инде һуң" тип анһат ҡына ҡотолоу яғын ҡарай.

 Булмай...

Беренсе уңышһыҙлыҡтан уҡ юлын кире борған кешене ялҡау тимәй кем тип атарға була?

"Аҡсалы" ялҡау

Был төр ялҡауҙар үҙҙәренең ялҡаулығын бер ҡасан да танмай. Ашарға бешерергә иренеп, пицца, суши кеүек әйберҙәрҙе өйөнә килтереп киткәндәрен көтөп ятыусы ҡатындар, машина тәгәрмәсен дә үҙе алыштырырға йыбанған ирҙәр күбәйҙе хәҙер. Кешелек яйлап үҙ ахырына яҡынлаша, тимәк. Ҡул менән дә, баш менән дә эшләргә теләмәүселәр заманы етте.

 Миңә тиҙ кәрәк

Уңыштарға юл - баҫҡыс буйлап йәйәүләп, тирә-яғыңа ҡарана-ҡарана, ялға туҡтай-туҡтай яйлап ҡына өҫкә үрмәләү ул. Күпкә өлгәшер өсөн аҙҙан башламайынса булмай. Ялҡауҙар бындай юл үтергә әҙер түгел. Улар эште йәһәт генә, ашыҡ-бошоҡ атҡарып, ары ятыу яғын ҡарай.

Интернет

Интернет күптәргә "килеште" инде. Ысынбарлыҡтан ваз кисеп, Интернет донъяһына башкөлләйе менән сумған кешене "ауырыу" тип әйтергә лә тел әйләнмәй. Интернетта байҙарҙың тормошона һоҡланып, үҙенең ғүмере заяға уҙғанын һиҙәме икән улар? Көпә-көндөҙ телефон тотоп ятыусы бәндәләрҙе ялҡау тимәй кем тиергә тағы?

Файҙа юҡ

Ялҡау кеше, беренсенән, үҙе белеп эшләмәй. Икенсенән, мәҫәлән, иҙән йыуырға ҡушһаң, "Уны нишләп йыуырға, ике көндән тағы бысраясаҡ" тип яуап бирәсәк. Бындай ҡатын менән йәшәүе бигерәк тә афат. Ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡ эше бер нисә минуттан һөҙөмтәһе "юҡҡа сыға" торған эштән ғибәрәт: ашарға бешерәһең - ашап бөтәләр; кер, иҙән йә һауыт-һаба йыуаһың - бысраталар.

Фото: https://vk.com/club158369328?w=wall-158369328_716%2Fall

Автор:
Читайте нас