+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2024, 12:00

Хужабикәгә кәңәштәр

Аш -һыу бүлмәһендә һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәкле ҡағиҙәләр. * Сей кәһүә, лимон һуты ҡулға һенгән насар еҫте үҙенә ала.

Хужабикәгә кәңәштәрХужабикәгә кәңәштәр
Хужабикәгә кәңәштәр
*Буш герметик контейнер насар еҫте һеңдермәһен өсөн эсенә саҡ ҡына тоҙ һалып һаҡлағыҙ.
*Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура уның тәмен боҙа.
*Чили кеүек әсе боросто ҡырҡҡанда ҡулығыҙға үҫемлек майы һөртһәгеҙ, уның әсе тәме бармаҡтарға һеңмәҫ.
*Попкорнды әҙерләргә йыйынһағыҙ, орлоҡтарҙы 10 минутҡа һыуға һалып тороғоҙ. Улар тиҙерәк әҙер буласаҡ. .
*Сәй үҙенең тәмен юғалтмаһын өсөн уны фарфор, быяла, фаянс һауытта һаҡларға кәрәк.
*Картуф ҡоймағы бешергәндә ҡырылған картуф ҡараймаһын өсөн уға аҙ ғына ҡайнаған һөт ҡушығыҙ.
*Ҡамырҙы бешерергә ҡуйыр алдынан ғына йөҙөм ҡушалар. Кипкән емеште онда әүәләп һалырға кәрәк.
 
Фото: furnishhome.ru
Автор:
Читайте нас