– Ә минең иремдең эштәре хөртәйә генә, – тип күңелһеҙләнгән ханым.
Тиҙҙән уның юлы тағы ла ошо яҡтарға төшкән. Йәнә күңелле көлөшкән тауыштар яңғыраған. Ялсыһы ул йортта ни булғанын белеп килгән:
– Урман ҡырҡыусының улы тыуған! Өс балаһына ашарға етмәй, дүртенсеһенә ҡыуаналар.
– Ә минең ҡыҙҙарым тик мәшәҡәттәр тыуҙыра! – тип йәнә күңелһеҙләнгән ханым.
Өсөнсө тапҡыр был бәләкәй генә йорт эргәһенән үтеп барғанда, көлөшкән тауыштар ишетеп, ул үҙе ишек шаҡыған һәм уларҙың ни өсөн шулай ҡыуаныуҙарын һораған.
– Беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт, шуға шатланабыҙ, – тип яуаплаған хужабикә.
Бай ханым, түҙмәйенсә, сихырсыға барған. Урман ҡырҡыусының ғаиләһе тураһында һөйләгән дә:
– Был – ғәҙелһеҙлек! Минең тормошом тик ғазаптарҙан ғына тора, ә уларҙыҡы – тотош ҡыуаныстан, – тигән.
– Һинең байлығың да, ирең дә, аҡыллы ҡыҙҙарың да бар. Тағы ни кәрәк? – тип аптыраған сихырсы.
– Мине бәхетле ит! – тигән ханым.
– Эргәһендә булған бәхетте күрергә теләмәгән кешене мин бер нисек тә бәхетле итә алмайым, – тип көрһөнгән сихырсы.