+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2024, 04:00

Сәждә ҡылығыҙ!

Сәждә – ҡолдоң үҙ Раббыһына иң яҡын сағы. "Сәждә ҡыл һәм яҡынай!" – тигән Аллаһ (Ҡөрьән, "Төйөрсөк" сүрәһе, 96:19). Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ: "Ҡолдоң үҙ Раббыһына иң яҡын сағы – уның сәждәлә булған сағы. Шуға ла ошо мәлдә күберәк доғалар ҡылып ҡалығыҙ", – тип аңлатҡан (Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан).

Сәждә ҡылығыҙ!Сәждә ҡылығыҙ!
Сәждә ҡылығыҙ!

Мосолмандар шуға ла, берәй хәл булып, Аллаһтан нимәлер һорарға ихтыяжы килеп сыҡһа, намаҙын көтә. Сәждәлә ул Раббыһы менән оҙаҡ итеп һөйләшә, Уға аһ-зарҙарын асып һала, рәхмәттәрен әйтә, кәрәк нәмәләрен һанай, гонаһтары өсөн ғәфү үтенә, тәүбә итә, мәрхүм туғандары өсөн ярлыҡау һорай, тере ҡәрҙәштәренә именлек теләй һәм башҡаһы. Аҡсаһын йомарлап, уға мәсеткә йүгерәһе лә түгел, ҡәберҙәргә барып баш терәүҙә лә хәжәте юҡ. Аллаһ һәр саҡ уның янында, Аллаһ уға яҡын, уны ишетә һәм күрә – сәждә генә ҡыл!

Автор:
Читайте нас