Бынан тыш Стевия менән бит тиреһенә битлек эшләйҙәр. Ул туҡландыра, тарттыра, тирене шыма итә. Дерматит һәм акне менән көрәшә. Һатыуҙа ул кипкән япраҡ йә аҡ порошок һәм төнәтмә формаһында була.
Тәмәке ташларға хыялланғандарҙың иң ҙур проблемаһы - ул мейегә һеңеп ҡалған никотинды һораған теләк. Әгәр һеҙҙең өйөгөҙҙә Стевия ("баллы үлән" тигән гөл) үҫһә, ул никотин һораған теләкте еңергә ярҙам итә.
Шулай уҡ йорт шарттарында варикозды дауалау өсөн "баллы үлән", йәғни Стевияны ҡулланалар. Белгестәр үләндән төнәтмә, сәй, настойка эшләп эсергә һәм компресс яһарға тәҡдим итә. Стевияны күпләп ҡулланғанда ҡан системаһы яҡшыра. Стевияла булған файҙалы матдәләр: ҡан әйләнешен яҡшырта, веналарҙағы ҡан йөрөшө туҡтауына юл ҡуймай, шешенеүҙе бөтөрә, ҡан тамырҙары, капиллярҙарҙы нығыта, мускулдарҙағы һыҙланыуҙарҙы һәм ауыртыныуҙарҙы бөтөрә.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: novyefoto.ru