Күптәрҙең йортонда, эш урынында әрмәнде һынын да осратырға мөмкин. Ысын аҡса әрмәндеһе түбәндәгесә була: алтын йәки йәшкелт төҫтә, өс аяғында баҫып тора, ауыҙында тимер тәңкә, ул тәңкә еңел генә алынып кире ҡуйылырға тейеш. Уны өҫтәлгә йәки күҙ ҡарашы тәңгәлендәге урынға ҡуйырға кәрәк, шкаф башы кеүек урындарға ҡуйырға ярамай, йәнәһе амулет бейеклектән ҡурҡа.
Шулай уҡ фил һыны байлыҡ билдәһе тип ҡабул ителә, йәғни ул оҙон томшоғо менән һыу һурыуға һәләтле булған кеүек, аҡса һәм уңышты ла үҙенә тарта, тигән ышаныу бар.
Күптәр ышанған тағы бер талисман – аҡса гөлө. Уның япраҡтары тәңкәгә оҡшап тора. Гөлдө дөрөҫ тәрбиәләү талап ителә. Ә инде ул сәскә атып ҡыуандырһа, яҡын арала көтөлмәгән керем, ҙур аҡса килеп инәсәк, тигән ышаныу бар. Шулай уҡ бөгөн күптәр аҡса гөлөнөң үҙ ҡулдары менән эшләнгән йәки сувенир формаһында һатылған төрҙәрен дә үҙ итә. Улар уңыш, байлыҡ тартыу менән бер рәттән интерьер өсөн матур биҙәк тә.