+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән
7 Февраля 2024, 04:00

Ғәжәп бер көн

7 февраль менән бәйле бик ҡыҙыҡлы һынамыштар бар. Уҡып, йылмайып алығыҙ әле! *Бөгөн – кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға күҙ тейеүе мөмкин икән. Шуға уларҙы маҡтап, комплименттар яһарға кәрәкмәҫ. Махсус рәүештә күҙ тейҙерергә тырышып, маҡтаусылар күренһә, ҡулығыҙҙ кеҫәгеҙгә тығығыҙ ҙа “бына һеҙгә күкеш”, тип усығыҙҙы йомарлағыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәжәп бер көнҒәжәп бер көн
Ғәжәп бер көн

*Бөгөн шәфҡәтле, матур эштәр башҡарыу хәйерле. Ләкин ул эштәрегеҙ менән маҡтанмағыҙ! Әгәр ҙә талаш-ыҙғыш, алданыу, хыянат, аҡсаһыҙлыҡ булыуын теләмәһәгеҙ, кәпәренмәгеҙ! Киләсәккә пландарығыҙ хаҡында һөйләүҙән дә тыйылып тороғоҙ. Киреһе, ысынға ашып ҡуйыр.

*Ирҙәр, бөгөн өйөгөҙгә буш ҡул менән ҡайтмағыҙ, ярамай! Икмәк, тоҙ, һөт йә иһә тәм-том ҡыҫтырып инегеҙ!

*7 көндө һауытҡа һөт һалғанда ул ташып китһә, борсолмағыҙ, шатлыҡ киләсәк!

*7 февралдә ҡатын-ҡыҙға сәскәләр бүләк итеүсене бәхет көтә!

7-нә һынамыштар:

*Иртән көн ниндәй – киләһе ҡыштың беренсе яртыһы шундай буласаҡ. Төштән һуңғы һауа торошо киләһе ҡыштың икенсе яртыһын фаразлай.

*Һайыҫҡан ағастың аҫҡы ботаҡтарына ултырһа, ел сығасаҡ.

*7 февралдә көслө ҡар яуыуы көҙҙөң иртә киләсәген һәм оҙаҡҡа һуҙыласағын хәбәр итә.

Автор:
Читайте нас