+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
20 Февраль 2024, 08:00

Өйөгөҙҙә биш әйбер булһын!

Бәхет, аҡса ишелеп килә башлар... Бал – байлыҡ һәм хөрмәт символы. Бал тулы һауытты күренеп торған урынға ҡуйырға кәрәк. Һауыт ни тиклем тулыраҡ. Байлыҡ шул ҡәҙәр күберәк буласаҡ, тигән һүҙ.

Өйөгөҙҙә биш әйбер булһын!Өйөгөҙҙә биш әйбер булһын!
Өйөгөҙҙә биш әйбер булһын!

Ҡыҙыл ептәр ҙә байлыҡ, уңыш символы булып һанала. Элек ҡыҙыл еп йомғағының өйҙә күренеп торған урында булыуын байлыҡ килтереүгә юрағандар. Ҡыҙыл еп ҡара көстәрҙән һаҡлай, имеш. Шуға күптәр беләҙек итеп ҡыҙыл еп таға.

Гәлсәрҙең аҡса тартып тороуына ла күптәр ышана. Унан яһалған һын, һауыттарҙы ла күренеп торған урынға ҡуйырға кәрәк.

Фил һыны зирәклек символы булып һанала. Уны эш өҫтәленә ҡуйһағыҙ, аҡса мәсьәләләренә ҡағылған дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙамлашыр.

Балыҡлы аквариум өйгә гармония һәм етешлек алып килә, тиҙәр. Алтынһыу балыҡтар аҡса энергетикаһын тартып тора. Аквариум төбөнә баҡыр аҡсалар һалһағыҙ ҙа була.

Фото: s-zametki.ru

Автор:
Читайте нас