Был аҡһаҡалдың һәр ваҡыт дөрөҫ фаразлағанын белгән ауыл егеттәре, һөйөү утында янһа ла, алыҫыраҡ торған.
Берҙән-бер көндө ауылға ят йәш егет килгән. Һәм баяғы сибәркәйгә бер күреүҙән ғашиҡ булған. Аҡһаҡалдың да һүҙҙәрен ишеткән ул. Шулай ҙа бер минут та туҡтап тормаған – ҡыҙҙың янына барып, битенән генә “әп” итеп алған. Шунан тағы, тағы... Ҡыҙ был батыр егеткә кейәүгә сығырға ризалығын биргән.
Башҡа егеттәр аҡһаҡалға йүгереп килгән, ти:
– Нисек инде улай? Һин бит, ҡыҙҙы үпкән үлә, тинең?
– Мин үҙ һүҙемдән баш тартмайым, әлбиттә. Тик үпкән кешенең ҡасан үләсәге тураһында бер нәмә лә әйтмәнем дә. Эйе, ул үлер, күп йыл бәхетле тормоштан һуң...
Шулай, кеше һүҙен гел генә тыңларға кәрәкмәйҙер, тәүәккәлләгең һәм ҡыйыулығың булһа, етер...
Фото: sparklogic.ru