+1 °С
Ясно
Төрлөһөнән
29 Февраля 2024, 10:45

Бер шәп кәңәш

Йодтың шәп ашлама икәнен белә инегеҙме? Уның иретмәһе помидор үҫентеләрендәге күп кенә сирҙәргә ҡаршы көрәшҽү өсөн баһалап бөтөргөһөҙ һанала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер шәп кәңәшБер шәп кәңәш
Бер шәп кәңәш
10 литр һыуға 10 тамсы йод, бер литр эремсек һыуы (йәки әсегән һөт) һәм ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы өҫтәп яһайҙар. Барыһын бергә болғатып, помидор үҫентеләренә һибәләр. Былай эшләгәндә, помидор уңышы мулдан буласак, үҫентеләр фитофтора менән дә сирләмәйәсәк. Иретмәне ҡулланыу ваҡытына килгәндә, беренсе тапҡыр уны помидор үҫентеләре сәскә атҡас һибәләр. Бер-ике аҙнанан был эште яңынан ҡабатлайҙар. Ғөмүмән, үҫентеләр сәскәлә ултырғанда, 4–5 тапҡыр бөркөргә кәрәк. Йод иретмәһен шулай уҡ ҡыяр, баклажанға ла ҡулланырға була.
 
Фото: pentad.ru
 
Автор:
Читайте нас