+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
13 Марта 2024, 10:00

Үҫентеләргә яҡтылыҡ етәме?

Ниһайәт, тәҙрә төптәрендә тәүге үҫентеләр күренә башланы. Тәжрибәле баҡсасылар уларға һыу, файҙалы матдәләр менән бер рәттән, етерлек күләмдә яҡтылыҡ кәрәклеген дә яҡшы белә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҫентеләргә яҡтылыҡ етәме?Үҫентеләргә яҡтылыҡ етәме?
Үҫентеләргә яҡтылыҡ етәме?

Март айында көндәр һыуыҡ, ҡояш әле ныҡ яҡтыртмай. Шуға ла яҡтылыҡ хаҡында үҙебеҙгә хәстәрләргә кәрәк. Лапма ҡулланмайса, тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡты нисек итеп күберәк “һирпергә”? Сере бик ябай ғына. Бының өсөн аҙыҡ-түлек фольгаһын файҙаланырға мөмкин.

Ялтырҙы берәй таҡтаға йәбештереп, экран яһайбыҙ ҙа тәҙрәнең буйынан-буйына (бүлмә яғынан) үҫентеләргә һәм тәҙрәгә ҡаратып урынлаштырабыҙ. Былай эшләгәндә фольга урамдан төшкән яҡтылыҡты ике тапҡыр тиерлек арттырасаҡ.

Фото: vosadu-li-vogorode.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас