Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымдар әҙерләп ҡуйыр булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, кесерәк һауыт кәрәк.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттағы ер еңел һәм йомшаҡ булырға тейеш. Орлоҡ сәселгән һауыттың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар 3-5 көндән шытып сыға. Үҫентеләр 4-7 көнлөк булғас, температураны 16-18 градусҡа ҡәҙәр кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонға китмәҫ.
Ҡыярҙың иң уңышлы сортары:
“Зозуля F1” – 1 квадрат метрҙан 20 килограммға яҡын уңыш алып була. Ҡыярҙары 300 грамм тирәһе, буйға 22-24 сантиметр.
“Мурашка F1” – иртә уңыш биреүсе гибрид. Теплицала 1 квадрат метрҙа 12 килограммға ҡәҙәр уңыш бирә. Ҡыярҙары 12 сантиметр тирәһе.
“Сибирская гирлянда F1” – бер төптән 15-тән 30 килограммға кәҙәр уңыш алырға була. Емеше артыҡ ҙур түгел.
“Емеля F1” – 1 квадрат метрҙа 16 килограммға тиклем уңыш бирә. Теплицала, парникта, балконда айырыуса яҡшы үҫә.
“Матрица F1” – иртә уңыш биреүсе сорт, ултыртҡандан һуң бер айҙан тәүге йәшелсәләренән ауыҙ итергә мөмкин. (Ҡыярҙын был сорты теплица өсөн).
Баҡсасылар “Маша”, “Герман”, “Московский деликатес”, “Маринда F1”, “Кураж”, “Зятек” сорттарын да яратып үҫтерә.
Фото: dachnoedelo.ru