Икенсе төндә бөтә әтәстәр үлеп бөтә. Тағы ла әүлиәгә киләләр һәм тағы ла шул яҡ яуапты алалар: “Уларҙың үлемендә һеҙҙең өсөн берәр ғибрәт барҙыр тип өмөт итәм!”
Шул саҡ аранан берәү: “Хөрмәтлем! Эттәр – беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр – мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?” - тип һорай. “Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”, - тип кенә яуап бирә әүлиә.
Өсөнсө төндә тағы бер бәләгә тарый ауыл халҡы: ут тоҡандыра алмайҙар. “Ниндәй бәләгә юлыҡтыҡ һуң?” - тип аптырай халыҡ. Бәләләрҙең сәбәбе иртән асыла.
Төнөн был төбәккә юлбаҫарҙар килеп сыға. Күрше ҡәүемдәрҙе баҫып алып, талап, хурлыҡҡа төшөрөп йөрөгәндән һуң улар был ҡәүем йәшәгән ауылға килеп етә. Киләләр: эт өргән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишетелмәй, ут әҫәре күренмәй. Бында кеше заты юҡтыр, бер эш тә барып сыҡмаҫ тип, юлбаҫарҙар ауылды ситләп үтә. Халыҡ үҙе лә иҫән ҡала, мал-мөлкәтенә лә зыян килмәй...
Фото: dzen.ru