Бишек йырын йырлау – эмоциональ бәйләнештең айырым төрө. Сөнки улар тыныс темпта, махсус интонация менән яңғырай, ауаздарҙы һуҙыу балаға ял итергә, йоҡларға әҙерләнергә мөмкинлек бирә.
Бәләкәй бала йырҙың һүҙен, мәғәнәһен дә аңламай әлбиттә. Әммә интонацияны, тембрҙы һәм башҡарыу темпын ҡабул итә. Яғымлы, наҙлы бишек ритмы биологик ритмдар менән бәйле: кешенең йөрәк тибеше һәм тыныс хәлдә тигеҙ һулыш алыуы. Баланы тирбәтеү, ярым яҡтылыҡ һәм сабыйына ғына иғтибар йүнәлтеп, бишек йырҙары көйләгән әсә – былар барыһы ла сабый менән әсә араһындағы берҙәмлек, хәүефһеҙлек һәм ышаныс хисе тыуҙыра.
Һуңыраҡ, балаға 6 айҙар тирәһендә, ул йырҙа йыш ҡабатланған һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдыра башлай. Ҡыҫҡаһы, бишек йырҙары сабыйҙар өсөн бик файҙалы йоғонто яһай, уларҙың психологик хәләтенә, һөйләм үҫешенә ярҙамы ҙур.
Фото: triptonkosti.ru