Атаһы ишәктән төшөп, йәйәүләп юлын дауам итә. Бына атайлы-уллы икенсе бер ауылға барып етә. Был ауылда инде улын әр-битәргә күмәләр:
— Бынау егетте ҡарағыҙ әле, атаһын йәйәү атлатып, үҙе ишәккә атланған. Оят түгелме һиңә?
Сират йәйәү атлау өсөн улына етә. Ата кеше ишәккә атлана, улы йәйәү атлай. Өсөнсө ауылда был икәүҙе йәнә тәнҡит ҡаршы ала:
— Ҡарағыҙ әле бынау ҡартласты. Быуыны ла нығынмаған улын йәйәү атлатып, үҙе ишәккә атланған. Кит, әҙәм мәсхәрәһе!
Атайлы-уллы урманға туҡтай. Ағастан һайғау эшләп, ишәкте ҡуша бәйләйҙәр ҙә, күтәреп алалар. Бына дүртенсе ауылға барып етәләр. Бында инде быларҙы ахмаҡлыҡта ғәйепләйҙәр:
— Ҡарағыҙ әле бынау икәүҙе. Был тиклем дә ахмағыраҡ кешеләрҙе осратҡаныбыҙ юҡ ине. Ағасты әрәм итеп һайғау эшләгәндәр бит әле! Ишәкте өйҙә ҡалдырһалар ни булды?
Хәҙер инде атайлы-уллы ишәкте етәкләп кенә алалар. Был юлы ла риза булмай халыҡ:
— Күҙле бүкәндәр! Ишәкте буштан-тиккә етәкләп барсы әле? Исмаһам береһе атланһа ла, файҙаға ғына булыр ине!
Атаһы улына ҡарай ҙа:
— Күрҙеңме улым, кешегә нисек кенә ярарға тырышма, кире тәнҡитләгәне табылыр. Шуның өсөн кеше һүҙе менән түгел, үҙ аҡылың менән йәшәргә кәрәк. Хәҙер аңланыңмы инде, улым? — тип һорай.
— Аңланым, рәхмәт атай! — тип улы яуаплай.
Фото: https://vk.com/bashdonya