+30 °С
Облачно
Төрлөһөнән
11 Апреля 2024, 06:30

Барыһы ла яҡшы булыр, Ришат!

Тыуасаҡ сабыйын көтөп йөрөгән Ришат Төхвәтуллин бик ҡайғыра икән: “Дуҫтар, эсем боша, “не могу, вообще”.  Аңлатып булмай. Борсолам. Көтәһең дә көтәһең, көтәһең дә көтәһең.

Барыһы ла яҡшы булыр, Ришат!Барыһы ла яҡшы булыр, Ришат!
Барыһы ла яҡшы булыр, Ришат!

Бер ниндә ҙә яңылыҡ юҡ, бала тыуғас үҙеңде нисек тоторға, уның менән нимә эшләргә... Ул һиңә оҡшаған. Машина ла, фатир ҙа түгел, ә тере кеше бит ул, кеше тыуа, күҙ алдына килтерегеҙ. Мин әле алда нисек булырын бөтөнләй аңламайым. Төш кеүек. Мин төштә кеүек...” – тип белдергән йырсы. “Үҙ-үҙемә урын таба алмайым. Мин – сабыр кеше, әммә әле гел ниҙер борсой. Әлиәнең һәр шылтыратыуы сирена кеүек”, - тип тә яҙып ҡуйған ул социаль селтәрҙә.

Фото: flectone.ru

Автор:
Читайте нас