*Сөсө ҡамыр өсөн ондоң яҡынса 10 процентын крахмалға алыштырғанда, ризыҡ иҫ киткес тәмле булып, күпереп бешә һәм озағыраҡ һаҡлана.
*Крахмал ҡоймак ҡамырына ла бик килешә: селтәрләнеп торған йоҡа ғына ҡоймак килеп сыға.
*Торт өсөн кремды крахмал менән (кукуруздыкы яҡшыраҡ) ҡуйыртып ҽбәрергә була.
*Кайнатма, эремсек, еләктән торған шыйыҡ бәлеш эслегенә лә, ағып сыҡмаһын өсөн, крахмал өҫтәргә мөмкин.
*Ит ҡыҙҙырғанда тәмләткестәр (бер аҙ тоҙ, борос һ.б.) өҫтәлгән крахмалға һалып әүәләгәндә, эсе һутлы, йомшаҡ булып бешә, ә тышы алһыуланып, кетерҙәп тора.
*Ит подливаһы йәки соусына бер нисә ҡалаҡ крахмал өҫтәп ебәрһәң, ҡуйырып китәсәк, тәмле лә буласаҡ.
*Ит фаршынан кәтлит яһаганда, йомортҡа урынына крахмал ҡулланырға мөмкин. 2 аш ҡалағы крахмал 1 йомортҡаны алыштыра.
Фото: imghub.ru