Күптәр сабый балаға ҡарағанда, йәки нимәгәлер һоҡланғанда “мә шәъ Аллаһ” (“Аллаһ шулай теләне”) тип әйтергә ярата. Әммә был һүҙҙәр күҙ тейеүҙән һаҡлауға сәбәп булып тормай. Сөнки Шәриғәттә быға бер ниндәй дәлил юҡ.
Күҙ тигеҙмәҫ өсөн “мә шәъ Аллаһ” һүҙен ҡулланыу бидәғәткә тиң. Дөрөҫөрәк булһын өсөн, “мә шәъ Аллаһ, лә ҡуүүәтә иллә биЛләһ” тип әйтергә кәрәк. Был һүҙҙәрҙе “Аллаһ шулай теләне. Ҡеүәт тик Аллаһтан ғына” тип тәржемә итәбеҙ.
Аллаһ Тәғәлә “Әл-Кәһф” сүрәһенең 39-сы аятында былай тип әйтә:
“Баҡсаға ингәндә ни өсөн: “Аллаһ шулай теләне. Ҡеүәт тик Аллаһтан ғына” - тип әйтмәнең?”
Шулай уҡ кемделер күҙектермәҫ өсөн: “БаракаЛлаһу фик” - тип әйтергә кәрәк. Был һүҙҙәр “Аллаһ һиңә изгелек/бәрәкәт бирһен!” тигәнде аңлата.
Бер көндө Әмир ибн Рабиғә Сәһел тигән сәхәбәгә күҙ тигеҙгән дә, был турала Аллаһ Рәсүленә صلى الله عليه وسلم һөйләгән. Ул صلى الله عليه وسلم был турала белеп ҡалғас: “Нишләп улайтып ҡәрҙәштәрегеҙҙе үлемгә дусар итәһегеҙ? Ниңә уның өсөн изгелек һәм бәрәкәт һораманың? Ысынында, күҙ тейеү - хәҡиҡәт,” - тип әйткән (Малик, Әхмәд, әл-Бәғәүи).
Нәркәс Алсынбаева сәхифәһенән.