Үҫентене йыуан, ныҡ иткән төп фактор - яҡтылыҡ. Әммә беҙ уны күп осраҡта йыйыла тотабыҙ, ҡайһы берәүҙәр ашлама менән дә туҡландырып тора. Былай эшләргә ярамай, ти белгестәр. Тәжрибәле баҡсасылар яҡтылыҡты һалҡынса һауа менән алмаштыра. Төбөнә бары һыу ғына һибеп торалар. Үҫентеләрҙе көндөҙ - 15-17, ә төндә 10 градус йылылыҡта тотоу яҡшы. Ошо шарттарҙы үтәгәндә, улар йыуан, ныҡ булыр, буйға үҫмәҫ.