+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
15 Апрель 2024, 10:00

Селтәрегеҙ һарғайһа...

Аҡ ҡына түгел, ә ялтыраһын торһон өсөн нимә эшләргә?

Селтәрегеҙ һарғайһа...Селтәрегеҙ һарғайһа...
Селтәрегеҙ һарғайһа...

Селтәрҙәре таҙа булған, хужабикәләр һоҡланыу уята. Ә уны өр-яңы итеү серҙәрен беләбеҙме?  Юҡтыр. Шулай булғас, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

Селтәрҙе кер йыуыу порошогы, башҡа йыуғыстар һалмай ғына һалҡын һыуға һалып тотоғоҙ. Улай итеү уға туҙадан һәм бысраҡтан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Кер йыуыу машинаһында 30 градустан юғары булмаған температурала йыуығыҙ. Кәрәк булһа, алдан хужалыҡ һабыны һөртөгөҙ.

Һуңынан ялтырап торһон тиһәгеҙ, махсус шыйыҡса ҡулланығыҙ: 3 литр һыуға тоҙ һалып болғатығыҙ һәм туҡыманы шунда бер нисә сәғәткә ҡалдырығыҙ. Ә селтәр ныҡ ап-аҡ булһын өсөн уны аш һеркәһендә сайҡатығыҙ.

Фото: estatemebel.ru

Автор:
Читайте нас