+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
17 Апрель 2024, 07:00

Хәлдәр шулайыраҡ шул...

*“Айлыҡ пенсияң түҙерлекме?” тип һорамағыҙ. Түҙерлек! Һуңғы 29 көнө генә бик ауырыраҡ... *Уның ишегенән сыҡҡанда аяғығыҙҙы һөртөргә онотмағыҙ!

Хәлдәр шулайыраҡ шул...Хәлдәр шулайыраҡ шул...
Хәлдәр шулайыраҡ шул...

Йәш саҡта: “Минең хаҡта нимә уйлаһалар ҙа барыбер һымаҡ. Ҡартайғас асыҡлана барыһы ла: беҙҙең хаҡта бер нәмә лә уйламайҙар икән.

Икһеҙ-сикһеҙ ҙур илдә йәшәүҙең файҙаһы ла бар: ҡасыр урын күберәк.

Телевизор – кинотеатрҙар ҡәберлеге.

Тешеңде һаҡлайым тиһәң... телеңде ҡыҫҡа тот.

Уянған милләткә бишек йыры йырлаусылар күбәйеп китте.

Фәҡир илдең – гимны, насар тауарҙың рекламаһы шәп була.

Хоҙай ҡатын-ҡыҙҙы – ирҙәр өсөн, ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ожмах итеп яратҡан. Ике аралағы тамуҡты улар үҙҙәре тыуҙыра.

Сыбыҡ йәш саҡта яҡшыраҡ бөгөлә – тинек тә, йәш быуынды бөкрө итеп үҫтерҙек.

Сергей КОКАРЕВ һүрәте.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас