+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Апрель 2024, 09:00

Тап өҫтөнә баҫты...

Ҡараҡ ул – уңдан да, һулдан да ҡараҡ тип уҡыла. Галстук тағып йөрөгәнгә, хәҙерге ата ҡараҡтарҙы таныуы бик ауыр.

Тап өҫтөнә баҫты...Тап өҫтөнә баҫты...
Тап өҫтөнә баҫты...

Энә урлап тотолмаған ҡараҡ оҫталығын да дөйә урлап тотолғанға ҡәҙәр шымартып тора.

Әгәр урлашыу спорт төрөнә инһә, беҙҙекеләр гел Олимпия чемпиондары булыр ине.

Ҡараҡлыҡ йәмғиәттең грим һалынмаған ысын йөҙөн сағылдыра.

Ҡараҡ ситлектә лә урлар әйбер таба.

Уғрылар тәгәрмәс кеүек:  эреһе – әкрен, вағы тиҙ әйләнә.

Урлашыу Әҙәмдең рөхсәтһеҙ алма ашауынан уҡ башлана.

С.КОКАРЕВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас