Иртән күңел болғанға, ауырлы икәнемде һиҙемләп йөрөй инем. Әммә, ҡайҙан был малай минең ҡыҙ көткәнемде белә икән. Алдағы инәй билет алғанда, күпме генә һонолоп ҡараһам да, ҡайҙан урын алғанын күрмәнем. Шулай ҙа, үҙемә алдағы урынға билет һораным. Бер урын бар булып сыҡты. Барыбыҙ ҙа урынлашып бөткәс, ҡуҙғалып киттек. Бәүелтеп килә торғас, ойоп киткәм. Ниндәйҙер шау-шыу, тормоз шыжлауына уянһам, автобус юл ситендә ята. Мин ҡурҡып ҡына ҡотолдом, ә бына артҡы яҡта теге ҡатын эргәһендәге кешеләр арыу ғына яраланғайнылар. Күптәрҙе тиҙ ярҙам алып китте. Минең барыһы ла һәйбәт булды. Тест алып эшләп ҡарағас, үҙемдең ысынлап та ауырлы икәнемде белдем. Ә УЗИ үткәс, ҡыҙ икәне билдәле булды.
Шул ваҡытта ниндәй малай ярҙам итте икән, тип хәҙер баш ватам.
"Сәйер донъя" төркөмөнән.