+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
26 Апрель 2024, 13:00

Петуния йомортҡа ҡабығы ярата

Үҫентеләрҙе баҡсаға күсереп ултыртҡансы, тупрағына көл йәки йомортҡа ҡабығы өҫтәргә кәңәш итәләр. 

Петуния йомортҡа ҡабығы яратаПетуния йомортҡа ҡабығы ярата
Петуния йомортҡа ҡабығы ярата

Ҡабыҡты ныҡ итеп ваҡлағыҙ. Ә көл әҙерләү өсөн кесерткән кәрәк. Йәш кесерткәнде күләгәлә 7 көн буйы киптерергә. Шунан утка бирешмәй торған һауытҡа тултырып, яндырабыҙ. Янып бөткәс, көл әҙер тигән һүҙ.

Бер петуния үҫентеһенә яҡынса 1 аш ҡашығы йомортҡа ҡабығы һәм 1,5 аш ҡашығы кесерткән көлө кәрәк. Сәскәләрҙе айына бер тапҡыр шулай ашларға кәрәк.

Фото: https://sad-i-ogorod.ru/

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk

Автор:
Читайте нас