*Анализдарығыҙҙың күрһәткестәрен төпсөнөп белергә тырышмағыҙ. Юғиһә интернеттан уҡып, ысынлап ауырыуға һалышыуығыҙ мөмкин.
*Күп осраҡта белмәгәндең беләге генә түгел, башҡа ағзалары ла ауырымай.
*Иң эскерһеҙ, рыяһыҙ табиптар – паталогоанатомдар. Уларға эләгеү өсөн терапевтан ебәреү ҡағыҙын да юллау кәрәкмәй, улар аҡса ла һорамай, иң дөрөҫ диагнозды ла улар ҡуя.
Даларис Ғабдуллин.