+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
2 Май 2024, 04:00

ТЫЙНАҠЛЫҠ

Кешене матурлыҡ та, байлыҡ та, һәләтлелек тә, билдәлелек тә түгел, ә әҙәп һәм тыйнаҡлыҡ биҙәй. Күп билдәле кешеләр тыйнаҡлыҡты юғалтыу, әҙәп самаһын емереп китеү арҡаһында һөйкөмһөҙгә әүерелә. Интернетты асып ҡарағанда ғына ла самаларға була быны, берәүҙәр фотоһүрәттәрен таҫмаға һала ла һала, һала ла һала.

ТЫЙНАҠЛЫҠТЫЙНАҠЛЫҠ
ТЫЙНАҠЛЫҠ

Кешенең күҙен ғарыҡ итеп, һүрәттәре арыу ғына булған хәлдә лә, тыйнаҡһыҙлыҡтары менән ытырғаныу уяталар. Тыйнаҡһыҙ әҙәм үҙенә иғтибарҙы, хөрмәтте, данды талап итә. Ә тыйнаҡтар быларҙы хатта яулап алған хәлдә лә алға ҡуймаҫ. Тыйнаҡ кешенең эске тотанағы уның күҙ ҡарашынан, үҙен кеселекле тота белеүенән үк күренеп тора. Тыйнаҡлыҡ үҙбаһаңды төшөрөү йәки үҙеңде кәм итеп күрһәтеү түгел, ә башҡаларҙы түбәнһетмәү ул.

Был ун сифаттың барыһы ла бер кешелә булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә быларҙың береһе генә һине биҙәгәндә лә - яҡшыһың, күңелеңә сәләмәт орлоҡтар сәселгән. Һәм тағы ла, үрҙәгеләрҙең барыһы ла бер-береһенә бәйле һәм бер-береһен тулыландырып, тултырып, үҫтереп килеүсе төшөнсәләр. Тимәк, һин хисле икән, изгелегең дә бар, батыр икән, тоғро ла була алаһың, эшлекле генә түгел, кәрәктә һығылмалыҡ та күрһәтер көсөң бар. Эҙлә шуларҙы күңелеңдә, тап, сығар өҫкә һәм һин иң яҡшы кеше булырһың.

Фото: www.youtube.com

М. Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас