+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
11 Мая 2024, 07:00

ИЛАМА!

Сөнки ошоноң менән бер нәмә лә бөтмәй. Ҡолаған сағыңда ҡул биреп торғоҙоусы булмаһа ла илама. Моғайын, тотоноп торорлоҡ бер ботаҡ табылыр. Тор ҙа артабан атла. Һин булдыраһың. Иртәгәһе килер көндө уйлама. Һин уны уйлаһаң да, уйламаһаң да етер ул көн.

ИЛАМА!ИЛАМА!
ИЛАМА!

Ғәйепләмә, ғәйеплене эҙләмә. Барыбер һәр нәмәбеҙгә үҙебеҙ ғәйепле. Барыһы ла – яҡшыға, тигәнгә ышанып етмәйем. Әммә булған икән, тимәк, шулай булырға тейеш булған! Яҡшығамы, яманғамы – быныһын мәле еткәс аңларбыҙ.

Эйе. Күп нәмә кире ҡабатланмаясаҡ. Әммә ул булған, үткән. Үткәнебеҙ ҙә - беҙҙеке. Беҙҙеке булып ҡаласаҡ. Бәхетме, хәсрәтме – ул беҙҙеке һәм беҙгә шуның менән йәшәргә кәрәк.

Йәллә. Үткәнеңде, киләсәгеңде, бөгөнгөңдө лә түгел... Һинән дә ауырыраҡ тормошта йәшәүселәрҙе күр һәм йәллә.

Ғәфү ит. Кем һине рәнйеткән, кәмһеткән, һиңә яманлыҡ ҡылған – барыһын да ғәфү ит. Тормош бит ул. Изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәше. Кем яҡшылыҡ, кем яуызлыҡ ҡылған аңлап булмай. Сөнки һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө.

Тик илама. Бер нәмәнән дә ҡурҡма. Туҡтама, эшлә. Барыһы ла килеп сығасаҡ. Ышан!


Доктор Лиза.

(Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе)

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас