+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
16 Май 2024, 06:00

Ҡыярға - ашлама

Ҡыярҙан мул уңыш алыу өсөн был йәшелсә түтәленә ашламалар индереү мөһим. Ҡыярҙың иң яратҡан тәбиғи ашламаһы ул – кесерткән. Бының өсөн 10 литрлы биҙрәнең яртыһы тулғансы кесерткән һалабыҙ ҙа өҫтөнә йылы һыу ҡоябыҙ һәм полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Шыйыҡса әсегәнсе тотабыҙ. Артабан 1:10 иҫәбенән һыуға ҡушып ҡыяр төбөнә һибәбеҙ. Көл Тағы бер бик яҡшы ашлама – ағас көлө. Унда йәшелсәләргә кәрәк булған күп матдәләр бар. Һыу һибер алдынан ҡоро көлдө саҡ ҡына үҫемлектең эргә-тирәһенә һалырға мөмкин. Төнәтмә эшләргә лә була...

Ҡыярға - ашламаҠыярға - ашлама
Ҡыярға - ашлама

Кесерткән

Ҡыярҙан мул уңыш алыу өсөн был йәшелсә түтәленә ашламалар индереү мөһим.

Ҡыярҙың иң яратҡан тәбиғи ашламаһы ул – кесерткән. Бының өсөн 10 литрлы биҙрәнең яртыһы тулғансы кесерткән һалабыҙ ҙа өҫтөнә йылы һыу ҡоябыҙ һәм полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Шыйыҡса әсегәнсе тотабыҙ. Артабан 1:10 иҫәбенән һыуға ҡушып ҡыяр төбөнә һибәбеҙ.

Көл

Тағы бер бик яҡшы ашлама – ағас көлө. Унда йәшелсәләргә кәрәк булған күп матдәләр бар. Һыу һибер алдынан ҡоро көлдө саҡ ҡына үҫемлектең эргә-тирәһенә һалырға мөмкин. Төнәтмә эшләргә лә була. Бының өсөн 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ көл һалып, 2 аҙна буйы төнәтәләр ҙә, һөҙөп алалар. Бер үҫемлектең төбөнә ярты литр иҫәбенән ҡоялар. Быны ике аҙна һайын ҡабатлау яҡшы.

Сүпрә

Сүпрә лә ҡыярҙы яҡшы үҫтерә. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуға һалып, йылы урында 3 тәүлек тотҡандан һуң ашлама әҙер. Бер үҫемлек төбөнә ярты литр һибәләр. Йәй буйына 2-3 тапҡыр ҡулланыу етә.

Ҡатҡан икмәк

Икмәк тә сүпрә кеүек үк тәьҫир итер. Бер биҙрә һыуҙа бер икмәкте (икмәк ҡатыларын) ебетеп ҡуябыҙ. Төн сыҡҡас, 10 мл йод өҫтәп, болғатып, һөҙөлгән ҡатнашманы ҡыярға бөркәбеҙ. Икмәкте йылы урында ҡаплап, бер аҙна төнәтергә лә мөмкин.

Һуған ҡабығы

Бик яҡшы ашлама. Бер үк ваҡытта ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Бының өсөн 20 грамм һуған ҡабығына 5 литр йылы һыу ҡойоп, 4 көн төнәтәбеҙ, һөҙәбеҙ.

Тауыҡ тиҙәге

Тауыҡ тиҙәгенә 1:20 иҫәбенән һыу һалып, бер нисә көн тоталар, ул арала болғатып торалар. Һөҙөп, ҡыярҙың төбөнә һибергә мөмкин. Бер үҫемлеккә ярты литр ашлама етә. Артығын ҡулланмағыҙ. Ул йәшелсәләрҙе яндырып, юҡ итеү көсөнә эйә.

Фигураһы” оҡшамаһа...

Баҡсасылар йыш ҡына был йәшелсәнең “ҡыҙыҡ” формала үҫеүенә лә зарлана. Бының да сере ябай. Ҡыяр өлгөрмәҫ борон ҡыйшая башлаһа, тимәк, һеҙ йәшелсәгә һыу ҡойоп еткермәйһегеҙ. Әгәр уның осо йәмшәйһә, һарғайһа, сереһә – азот етмәй. Ҡыяр груша формаһында үҫә башлаһа калий ашламаһы индерергә кәрәк. Йәшелсә уртаһынан нәҙегәйһә, артыҡ һыуыҡ һибәһегеҙ. Билдәле булыуынса, ҡыяр йылы һыу ҡойғанды ярата.

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2023-06-24/yyar-a-ashlama-3312153

Автор:
Читайте нас