+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
17 Май 2024, 03:00

— Нимә ул иң ҙур гөнаһ?

— Кеше ғүмерен ҡыйыу, араҡы эсеү, фәхишәлек, зина ҡылыу....— Нимә ҡурҡыныс: намаҙ уҡымаумы, әллә араҡы эсеүме?Күпселек, моғайын «араҡы эсеү» тип яуап бирер, ләкин намаҙ уҡымау күпкә-күпкә ҡурҡыныс, бының өсөн язаһы ла аяуһыҙ — тамуҡ уты.

— Нимә ул иң ҙур гөнаһ?— Нимә ул иң ҙур гөнаһ?
— Нимә ул иң ҙур гөнаһ?

Сөнки намаҙ уҡыған кеше Аллаһ Тәғәлә уға йөкмәткән иң беренсе бурысты үтәй, берәй гөнаһ ҡылған хәлдә лә. (Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәребеҙ ҡайһы гөнаһ ҙурыраҡ, ҡайһыныһы бәләкәй икәнен белмәй).

Исламда иҙ ҙур гөнаһ — Аллаһ Тәғәләгә тиңдәш тотоу. Йәғни, Унан башҡа кемгәлер, йә нимәгәлер табыныу.

«Аллаһа Тәғәлә үҙенә тиңдәш тотоуҙы ғәфү итмәй, әммә унан бәләкәйерәк гөнаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше — оло ялған уйлап сығарыусы ул».
Ҡатындар сүрәһе, 48-се Аят.

ШИРК — ул бөйөк гөнаһ, уны Аллаһ ғәфү итмәй.
Кемдер Уға тиңдәш тотоп үлеп китһә, ул бер ҡасан да йәннәткә эләкмәйәсәк.

Аллаһы Тәғәләгә тулыһынса инанып, намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, зәҡәтен түләгән, хажын үтәгән кеше, бәләкәй гөнаһтар ҡылһа ла, Уға ғибәҙәт ҡылмаған кешенән өҫтөнөрәк.
Ә ғибәҙәт ҡылыуҙы иңҡар иткән, йә Уға берәй тиңдәш тотоп табыныусы кешене Аллаһ бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк.

Шуға күрә һәр мосолман ошо оло гөнаһ — ширктан ҡурҡырға, һаҡланырға тейеш.

Сығанаҡ: https://vk.com/public215622371

Автор:
Читайте нас