+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
21 Май 2024, 09:00

Шулай ҙа була икән

Бер нисә йыл элек Бөйөк Британияла була был хәл. EasyJet самолеты пассажиры эшкә сыҡмаған пилот урынына штурвал артына ултыра. Ҡыҙыҡмы?

Шулай ҙа була икәнШулай ҙа була икән
Шулай ҙа була икән
Самолет Манчестерҙан испан ҡалаһы Аликантеға осорға тейеш була, әммә пилот үҙенең сменаһына ни сәбәптәндер эшкә килмәй. Шул саҡ самолеттағы ҡыйыу пассажирҙарҙың береһе авиакомпания етәкселегенә үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итә.

Аҙаҡ ирҙең башҡа авиакомпанияла пилот булып эшләүе асыҡланған, ғаиләһе менән Испанияға ялға йыйынған булған. Әлбиттә, авиакомпания етәкселеге был тәҡдимгә шунда уҡ ризалыҡ бирә. Етмәһә, пассажирҙың үҙе менән паспорты, пилот лицензияһы ла була. Штурвал артына ултыртыр алдынан уға ентекле тикшереү үткәрәләр. Етәкселек бындай хәлдең ғүмерҙә лә булмауын билдәләгән.
 
Фото: sportishka.com
Автор:
Читайте нас