- Проблемаларҙа һәр ваҡыт кемделер ғәйепләү. Барыһына ла – элекке һөйгәне, ата-әсәһе, начальнигы, президент, үҙенән башҡа барыһы ла ғәйепле. Бер аҙҙан был роль һеҙгә лә күсәсәк. Уның ҡылығы, тәү сиратта, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала белмәүе тураһында һөйләй, сөнки һуңынан ундай кешенән ни көтөргә - ғәйепләүҙәр генә.
- Ҡайҙа ҡарама. Кире йоғонто ғына.
- Ярлыҡтарҙың күплеге: байҙарҙың бөтәһе лә урлаша, ә ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла аҙғын һәм башҡаһы.
- Хеҙмәтләндереүсе персоналға мөнәсәбәт. Ундай әҙәмдәр килеп сыҡмаған эштәрен үҙенән түбәнгеләргә япһара. Башҡаларға ҡарата ихтирамһыҙ мөнәсәбәт шунда уҡ кеше тураһында яҡшы яҡтан һөйләмәй, бында ҡабартыу, әмер тоны, яраҡһыҙ ишара һәм башҡалар инә.
- Пассив позиция. Барыһы ла ул уйлағанса түгел, әммә бының өсөн бер ни ҙә эшләмәй, тик тупаҫ ғәйепләү.
- Маҡсаттары һәм ынтылыштары юҡ, бер ниндәй мауығыуы булмауында ла кемдер ҡамасаулай.
- Үҙен ҡыҙғанғандарын ярата. Төрлө ысулдар менән уны һорай һәм ихлас ҡабул итә.
- Яҡындары иҫәбенә үҙен-үҙе раҫлай. Көсһөҙ кешеләрҙе, үҙе лә аңламайынса, еңел генә рәнйетергә мөмкин.
- Аралашыуҙа манипуляциялар күп эшләй. Төрлө ысулдар менән әңгәмәләшеүсеһенә ҡарата баҫым һәм йоғонто яһай башлай.
- Ялҡаулыҡ, пассивлыҡ һәм агрессия – төп һыҙҙаттары.
Һәм бында иң мөһиме шуны һеңдереп ҡуйығыҙ – аҡылһыҙ һәм уңышһыҙ кешене яңынан эшләп була икән тип ышанырға кәрәкмәй, ә ысынбарлыҡты күрә белеү зарур. Бындай әҙәм менән аралашып, уның мотлаҡ икенсе кеше булып китерен көтмәгеҙ ҙә, тырышмағыҙ ҙа...
Фото: kino-teatr.ru