+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
27 Май 2024, 07:00

Аш-һыу бүлмәһендә кәрәкле ҡағиҙәләр:

 *Ҡулға ыҫланған йәки тоҙланған балыҡ еҫе һеңһә, уны йыуған ваҡытта саҡ ҡына теш пастаһы ҡулланығыҙ.*Ә инде һарымһаҡ менән һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡулды ҡорос ҡалаҡ менән ышҡып сығыу ҙа етә. Тутыҡмай торған ҡалаҡ еҫте үҙенә ала һәм йыуғанда тулыһынса таҙара.

Аш-һыу бүлмәһендә  кәрәкле ҡағиҙәләр:Аш-һыу бүлмәһендә  кәрәкле ҡағиҙәләр:
Аш-һыу бүлмәһендә кәрәкле ҡағиҙәләр:
*Ҡәһүә ярмаһы лә ҡулға һеңгән насар еҫте үҙенә ала.

*Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура был аҙыҡтарҙың тәмен, еҫен боҙа.

*Буш герметик контейнерҙар насар еҫте һеңдермәһен өсөн эсенә саҡ ҡына тоҙ һалып һаҡлағыҙ.

*Соус көйөп китһә, уны таҙа кәстрүлгә бушатығыҙ ҙа, эшегеҙҙе дауам итегеҙ, соусҡа шәкәр ҡушырға ла мөмкин. Тик самаһын арттырып ебәрмәгеҙ.

*Дөгө ярмаһы көйгәндә уның өҫтөнә 5-10 минутҡа аҡ икмәк киҫәге һалып торалар.

*Чили кеүек әсе боросто ҡырҡҡанда ҡулығыҙға үҫемлек майы һөртһәгеҙ, уның әсе тәме бармаҡтарға һеңмәҫ.

*Попкорн әҙерләргә йыйынһағыҙ, орлоҡтарҙы 10 минутҡа һыуға һалып тороғоҙ. Улар тиҙерәк әҙер буласаҡ, асылмай ҡалғандары ла һирәгерәк осраясаҡ.
 
Автор:
Читайте нас