Аҡыл эйәһе ҡом ала һәм уны ла көршәккә һала. Ҡом таштар, борсаҡтар араһына инеп тула.
—Эйе, тулы,—тип яуап ҡайтара уҡыусылар.
Шул ваҡыт аҡыл эйәһе һыу ала һәм һуңғы тамсыһына тиклем көршәк эсенә ҡоя. Быны күреп уҡыусылары көлөшә.
—Уҡыусыларым, беҙҙең ғүмер ошо көршәк кеүек. Таштар—ул иң мөһимдәре: ғаиләбеҙ, балалар, һаулыҡ, дуҫтар. Борсаҡ—беҙгә кәрәклеләре, йәғни өй, эш, машина, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр. Ә ҡом—тормош ваҡлыҡтары. Әгәр көршәккә иң беренсе ҡом һалһағыҙ, ташҡа ла, борсаҡҡа ла урын ҡалмай. Үҙ ғүмерегеҙҙе буш-юҡҡа әрәм итмәгеҙ, юғиһә иң мөһим һәм кәрәклеләренә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Ғаиләгеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ, ә ремонт эшләүгә, өй йыйыштырыуға, магазиндарға йөрөүгә мөмкинлек табылыр.
Аҡыл эйәһе әйтерен әйткәс, сығыу яғына ыңғайлай. Шул мәл бер уҡыусы:
—Ә һыу ни өсөн кәрәк булды?
—Эйе, көршәккә һыу өҫтәнем. Бының менән шуны аңлатырға теләнем: нисек кенә ваҡытығыҙ тығыҙ булһа ла, ял өсөн һәр саҡ ваҡыт табыла.