+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
31 Май 2024, 03:00

Йома әҙәптәре

Бер хәҙистә шулай тиелгән: "Кем дә кем йома көндө, ғөсөлләнеп, мәсеткә иртәрәк йәйәүләп килә һәм бер һүҙ ҙә өндәшмәй генә йома вәғәзен тыңлай, имамға ойоп намаҙ уҡый, шул мәсеткә табан юлдағы һәр аҙымы өсөн бер йыл буйы ураҙа тотҡан һәм намаҙҙар уҡыған кеше кеүек үк сауаптар аласаҡ" (Әбү Дауыт һәм ән-Нәсәи йыйынтыҡтарынан).

Йома әҙәптәреЙома әҙәптәре
Йома әҙәптәре

"Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға, үҙенең көндәлек һәм эш кейеменән тыш, йома намаҙы өсөн тәғәйенләнгән айырым таҙа кейем тоторға кәрәк", – тигән хәҙис тә бар (Әбү Дауыт һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарынан). Шулай уҡ мәсеткә барыр алдынан һуған һәм һарымһаҡ кеүек зәһәр еҫле аҙыҡтар ашау тыйылған.

Ғөмүмән, Мөхәммәт пәйғәмбәр, салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм, мәсеттә ныҡлы тәртип һаҡлауҙы талап иткән, мосолмандарға хатта ки намаҙ ваҡытын көтөп ултырғанда ла бер-береһенә ҡамасауларға рөхсәт итмәгән. Тәүҙә килгәндәр – алдан, һуңғараҡ ҡалғандар арттан урын алған.

Һүрәттә: Стәрлетамаҡтағы Суфия мәсете.

Фото: fotokto.ru

Автор:
Читайте нас