+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
28 Июль 2024, 09:00

Кейәүгә сығырға йөрөүсе ҡыҙҙарға ун кәңәш

Ҡасандыр Ғәрәбстанда Үмәмә исемле бик аҡыллы, йор һүҙле ҡатын йәшәгән. Ҡыҙын күренекле генә бер егет һоратҡас, уны кейәүгә бирергә әҙерләнә башлайҙар. Туй көнө килеп еткәс, Үмәмә ипләп кенә ҡыҙына ошон­дайы­раҡ һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: “Балам, һин яҡшы холоҡлоһоң, тоҡомоң да – бик яҡшы. Бәлки, һиңә кәңәш биреп тороу ҙа кәрәк­мәйҙер. Туй көнөндә кәләшкә кәңәш бирә торған ғәҙәт булмаһа, был һүҙҙәрҙе, бәлки, әйтеп тә тормаҫ инем. Ләкин ата-әсәләрҙең кәңәше белмәгән балалар өсөн – иҫкә төшөрөү, ә аҡыллыларға – ихсан.

Кейәүгә сығырға йөрөүсе ҡыҙҙарға ун кәңәшКейәүгә сығырға йөрөүсе ҡыҙҙарға ун кәңәш
Кейәүгә сығырға йөрөүсе ҡыҙҙарға ун кәңәш
Ҡыҙым, ҡатын-ҡыҙға тормош иптәше кәрәкмәй, тип уйлама. Ысынлап та шулай булһа, ҡыҙҙарҙың әсәләре кейәүгә сыҡмаҫҡа тейеш булырҙар ине. Ҡыҙы донъяға килһен өсөн, әсә кешегә иң тәүҙә ғаилә ҡорорға кәрәк.
Ир менән ҡатын бер-береһе өсөн бар ителгән. Һин тыуып үҫкән өйөңдө ҡалдырып, бөтөнләй таныш булмаған, йүнләп ара­лашмаған икенсе бер ғаиләгә бараһың. Иҫең­дә тот: үҙеңде иреңдең ҡоло кеүек тот, ул да һинең ҡолоң булыр (йәғни, иреңә буйһонһаң, уның теләктәрен үтәһәң, ул да һиңә шуның менән яуап бирер). Һиңә ун кәңәшем бар. Шуларға ҡолаҡ һалһаң, бәхетле булырһың.
Беренсеһе һәм икенсеһе – ирең менән һаҡсыл мөнәсәбәт ит һәм ҡушҡандарын үтә. Һаҡсыл мөнәсәбәт күңел тыныслығына кил­терә, ә иреңдең ҡушҡандарын үтәү – Аллаһы Тәғәләнең ризалығына”.
Һаҡсыл мөнәсәбәт тигәндә тормош иптәшеңдең эшләп тапҡаны менән риза булыу, унан артығын талап итмәү күҙ уңында тотола. Юғиһә әлеге ваҡытта күп кенә ҡатын-ҡыҙ ирҙәренә рәхмәтле була белмәй, гел юҡлыҡҡа зарлана. Ҡайһы берҙәре ирҙәрен мәңге игәп, уларҙан ниҙер талап итеүҙән бушамай. Кемдер, тол ҡалып йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында, ир-егет терәгенә мохтаж. Ә кемдер ир ҡәҙерен белмәй.
Ирҙе эшкә һанамау, уның елкәһенә менеп ултырырға маташыу, уны һинең һәр бер те­ләгеңде үтәр өсөн йүгереп йөрөүсе “быҙау”ға әйләндерергә тырышыу бер ниндәй ҙә хәйерле нәмәгә алып килмәйәсәк. Ҡатын-ҡыҙ ир-егет урынын алып маташа икән, йүнле бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, ҡасан да булһа ир ирлеген итәсәк.
“Өсөнсөһө һәм дүртенсеһе – ирең алдында гел бөхтә һәм таҙа йөрө. Күркәмлек өсөн иң яҡшы сара – күҙгә һөрмә тартыу, таҙалыҡ өсөн һыу икәнен бел”.
Йәғни ирең алдында үҙеңде ҡарап йөрөт, өйөңдө лә тәртиптә тот. Гүзәл зат һәр ваҡыт гүзәл булып ҡалырға тейеш. Үҙ-үҙеңде ҡарау, өҫ-башыңды бөхтә һәм таҙа тотоу кәрәк. Шулай уҡ өйөңдә лә тәртипһеҙлек булырға тейеш түгел. Үҙеңде бөхтә тотоу әллә ниндәй ҡиммәтле косметика ҡулланыуҙы аңлатмай. Бының өсөн үҙеңә килешеп торған нәзәкәтле кейем кейеү, сәсеңә ипле генә прическа эшләү йә матур итеп тарап ҡуйыу ҙа етә. Күҙгә һөрмә тартыу инде ҡатын-ҡыҙҙы бигерәк тә матурыраҡ итә. Юҡҡа ғына уны ҡатын-ҡыҙҙар борон-борон замандарҙа уҡ ҡулланмаған бит.
Тир еҫе сығарып йөрөү, тешеңдә аҙыҡ ҡалдыҡтары йәбешеп тороуы бер кемде лә биҙәмәй, әлбиттә. Быларҙан ҡотолоуҙың иң ҡулай һәм иң яҡшы сараһы – һыу. Тәмле еҫле хушбуй ҡулланыу гүзәл затты тағы ла нәзәкәтлерәк итәсәк. Ваҡыты-ваҡыты менән тәндәге кәрәкмәгән йөндәрҙән арынып тороу ҙа мөһим.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ҡатын-ҡыҙ әлеге ваҡытта быларға күҙ йомоп ҡарай. Күптәр тышҡа биҙәнеп-төҙәнеп, иң матур кейемен кейеп сыға, унда татлы хушбуй еҫе аңҡытып йөрөй. Ә өйөндә инде битендәге косме­ти­каһын йыуып ташлай, таушалып бөткән халат, ыштанға күсә. Әйтерһең, беҙҙең матурлыҡ урамдағы сит ирҙәр өсөн. Өйҙәге тормош иптәшең һинең таушалып бөткән сәсеңә, төҫөн юғалта барған халатыңа ҡарап йәм табырға тейешме ни?
“Бишенсеһе һәм алтынсыһы – иреңдең мөлкәтен һаҡла һәм уның туғандарына яҡты йөҙ күрһәт. Белеп ҡуй: һәр нәмәлә сама белеү – һаҡсыллыҡтың нигеҙе. Ә иренең яҡын­дарына ҡарата яҡшы мөнәсәбәт ҡатындың аҡыллылығын күрһәтеп тора”.
Һәр нәмәлә сама белергә, артығын көҫә­мәҫкә кәрәк. Аҡсаны уңлы-һуллы туҙҙырып, исраф ҡылғанда уның бәрәкәте булмаясаҡ. Сама белмәһәң, гел артығына, кәрәкмәгәненә ынтылһаң, аҡса мәңге етмәйәсәк.
Ғаилә ҡорғандан һуң “һинеке”, “минеке” булырға тейеш түгел. Был туғандарға ла ҡағыла. Иреңдең ата-әсәһенә лә, башҡа туғандарына ла хөрмәт менән ҡарарға кәрәк. “Ҡәйнә – яман” тигән стереотиптан ҡотолоу ҙа ҡамасауламаҫ.
Һинең туғаның шундай, минеке – был, тип, туған тикшереп ултырыу бәхеткә килтер­мәйәсәк.
“Етенсеһе һәм һигеҙенсеһе – иреңдең ашар ваҡытына иғтибарлы бул. Ул ашаған ваҡытта йәки йоҡлаған ваҡытта ҡамасаулама, тауышланма. Ас кеше бик асыулы була, тынысһыҙ йоҡлау ҙа асыуға тейә”.
Ирҙең йөрәгенә юл – ашҡаҙан аша, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ир-егет барыбер ҙә тәмле итеп ашарға ярата. Күңеле булһын өсөн тамағы туҡ булыу ҙа мөһим. Ас кешенең – асыуы яман.
Эшкә китер ваҡытында ҡатыны тороп, сәй ҙә ҡуймай ятһа, ир кешенең ҡәнәғәт ҡалыуы икеле. Кисен дә тамағына йүнәтеп, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыу мөһим. Ә ул килеп инеү менән бар проблемаңды һөйләп, уны талап ҡаршы алырға ярамай.
Теләһә ниндәй сериалдарҙан шундай стереотип һалынғанмы, ҡайһы берәүҙәр өҫтәл артына ултырғас, проблемаларҙы тикше­рергә, ирен игәргә тотона. Ҡағиҙә булараҡ, фильмдарҙа бит ашарға ултырғас, пробле­маларҙы күтәреп, талаша башлайҙар ҙа ашамайынса тороп китәләр.
Аш өҫтәле проблема тикшереү урыны түгел. Ашҡаҙанға аҙыҡ тыныс шарттарҙа инеп ятырға тейеш. Эштән арып-талып ҡайтҡан ир-егеттең тыныс ҡына йоҡоға талыуы ла мөһим.
“Туғыҙынсыһы һәм унынсыһы – иреңдең серҙәрен асып һалма һәм уға ҡарышма. Серҙәрен барыһына ла һөйләп йөрөһәң, ышанысын юғалтырһың һәм уның менән ихлас, йылы мөнәсәбәттәргә ирешә алмаҫ­һың. Уны тыңламаһаң, ул һиңә ҡарата асыулы буласаҡ һәм был саҡта һине рәнйетергә мөмкин”.
Күп ҡатын-ҡыҙ әхирәттәре йә әсәһе менән, ирен сәйнәп, рәхәтләнеп гәп һатырға ярата. Өйөңдәге сүпте ситкә сығарып, иреңде бүтәндәр менән тикшереп ултырыу ямандан башҡа бер нәмәгә лә килтермәйәсәк. Бының менән һин башҡалар алдында яҡын кешеңдең бәҫен төшөрәсәкһең. Уның менән тала­шырһың да – ярашырһың, ә бына башҡалар алдында ул насар булып ҡаласаҡ. Бигерәк тә әсәй кешегә “шундай алама” кейәүен ғәфү итеү ҡыйын буласаҡ. Уңлы-һуллы үҙенең данын һатып, өйҙәге барлыҡ нәмәне, кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә, башҡаларға һөйләп йөрөүсе ҡатынына ҡарата ире лә яйлап ышанысын юғалта башлаясаҡ.
Бергә ғүмер иткән, балаларыңдың атаһы булған кешенең өҫтөнә бысраҡ өйөп, яманлап ултырыу өсөн үҙеңде аҫылдан аҫыл, саф зат тип иҫәпләргә кәрәктер ул.
Феминизм өсөн көрәшеү тигән буш нәмәнең бөгөнгө һөҙөмтәһе шул: хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар, баш-баштаҡланып, ир-егеттең урынын алырға, унан өҫтөн булырға тырыша. Бәғзеләр өсөн ире үҙ файҙаңды ҡайырыу сараһы ғына. Иргә ҡаршылашыу йүнлегә түгел. Иртәме, һуңмы ул үҙенекен итәсәк. Уларҙың булмышына лидерлыҡ һалынған. Аллаһы Тәғәлә шулай теләгән. Ирлеген итергә теләгән ир ҡайһы саҡта ир һүҙен һүҙ итмәгән, ирҙе сепрәк урынына күргән ҡатын-ҡыҙҙы урынына ултыртырға мәжбүр. Ҡатын-ҡыҙҙың урыны ҡайҙалығын ҡаты һүҙ менән аңлата алмаһа, уға иң һуңғы сараға – ҡул күтәреүгә барырға тура килә. Бында һүҙ юҡҡа-бушҡа аҡырынып-екеренеү, ҡул күтәреү тураһында бармай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ ир-егетте шул хәлгә алып барып еткерә. Бәғзеләр кәрәкле нәмәне сыбыҡ менән генә аңлай шул.
Һүҙенең аҙағында Үмәмә ҡыҙына шундай һүҙҙәрҙе әйтә: “Ҡыҙым, борсоулы сағында уның алдында шатланыуҙан һәм бәхетле сағында ҡайғырып ултырыуҙан һаҡ­лан. Сөнки беренсеһе аҡыл­һыҙлыҡты күрһәтә, ә икен­сеһе уның ризаһыҙлығына килтерәсәк.
Уға хәлеңдән килгәнсә хөрмәт күрһәт. Булдыра алғанса уның менән килеш. Ул һинең дуҫтарса мөнәсәбәтеңдән һәм яҡшы әңгә­мәңдән рәхәтлек алырлыҡ булһын.
Ҡыҙым, шуны бел: уның ҡәнәғәт ҡалыуын үҙ теләктәреңә ҡарағанда өҫтөнөрәк ҡуй­майынса тороп, теләгәнеңә ирешә алмаҫһың. Уның теләктәрен, үҙең яратҡан нәмәлә лә, яратмаған нәмәлә лә, өҫтөнөрәк ҡуй.
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ булған нәмәне бирһен һәм насар нәмәнән аралаһын”.
Был тәрән аҡыллы ҡатындың кейәүгә сығырға йөрөгән ҡыҙына әйтелгән кәңәш-теләктәре һәр заман өсөн дә актуаль булып ҡала.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Ғаиләләге бәхет күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың ирен хөрмәт итә белеүенән, уға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуынан тора. Ирҙе ир итә белмәгән гүзәл зат үҙен дә, ирен дә бәхетһеҙлеккә дусар итә. Унан өҫтөн булырға тырышып, ғауға ҡуптарып, урынын алырға маташыу тик насар эҙем­тәләргә генә килтерәсәк. Саҡ ҡына бер нәмә булһа, күтәрә һуғып айырылышыу ҙа бер кемде лә бәхетле итмәйәсәк. Сабырлыҡтың төбө – һары алтын. Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай. Аҙаҡ терһәкте тешләрҙәй булмаҫ өсөн, ҡайһы саҡта түҙә белергә лә кәрәк.
Боронғолар ҡыҙҙарын кейәүгә биргәндә: “Барған ереңә таш булып бат”, – тип оҙатҡан. Заманында кейәүгә сыҡҡандан һуң, әйбер­ҙәреңде тейәп, атай йортона ҡайтып ултырыу оят һаналған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең бы­уын ғаилә мөнәсәбәттәренә бик еңел ҡарай. Бөгөн – туй, иртәгә – айырылышыу. Хәҙерге ата-әсәләр күбеһенсә “айырылып ҡайт та ҡуй” кеүегерәк кәңәш бирергә ярата. Ғаилә тарҡалырға торғанда, йә битараф ҡалалар, йә тиҙерәк айырылышыуға булышлыҡ итәләр. Ә бит балалар ата-әсәнең яҡшы кәңәшенә бик мохтаж. Һәр кемгә үҙ балаһы ҡәҙерле һәм һәр ваҡыт хаҡлы, әлбиттә. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа уны яҡлашыу урынына, хаталарын күрһәтеү бик дөрөҫ. Ғаиләгә нигеҙ һалып, уны күтәреү бик ауыр, ә емереп ташлау – бер көнлөк эш. Балаларына ваҡытында яҡшы кәңәш биреү – ата-әсәнең бурысы. Туй ваҡытында “ҡыҙым һеҙҙе бер иҙән таҡтаһынан йөрөтәсәк” кеүегерәк ахмаҡ һүҙҙәр һөйләйһе урынға ҡатын буласаҡ ҡыҙ кешене ирен хөрмәт итергә өйрәтеү мөһим. Сөнки, алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ғаилә бәхете күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл­лылығынан, тормош иптәшенә ҡарата ихтирамынан, ирен яҡлаусы, һаҡлаусы итеп күрә белеүенән тора.
 
Фото: Н.АЛСЫНБАЕВА.
 
https://ye102.ru/articles/mahsus/2020-10-02/key-g-sy-yr-a-y-r-se-y-ar-a-un-k-sh-764723
 
Автор:
Читайте нас