*Соусты ҡаймаҡ менән яһағанда уға һөт ҡушығыҙ. Шулай иткәндә ҡаймаҡ ойомай.
*Ҡыҙҙырғанда кәбеҫтә көрән төҫкә инмәһен тиһәгеҙ, уны ваҡ итеп турап өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Уны түгеп, һалҡын һыу һалығыҙ ҙа табаға һалығыҙ.
* Ҡәһүәгә саҡ ҡына тоҙ һалғанда хуш еҫле булыр.
* Оҙаҡ ваҡыт асыҡ торған томат пастаһының өҫтөндә күгәрек барлыҡҡа килмәһен өсөн уның ҡапҡасына ҡоро гәрсис һөртөргә кәрәк.
*Сөгөлдөр тиҙерәк бешһен тиһәгеҙ уны бер сәғәт бешереп, 10 минутҡа һалҡын һыуға һалырға кәрәк.
*Картуф һәм макарон бешкән һыуҙы түкмәгеҙ. Уны һыуытып гөлдәрегеҙгә һибегеҙ. Бына тигән туҡландырыу була. Бары тик һыуҙа тоҙ булырға тейеш түгеллеген генә онотмағыҙ.
*Ҡулығыҙға буялған йәшелсә-емеш табын бөтөрөү өсөн сей картуфты урталай киҫеп, ҡулығыҙға һөртөгөҙ.