*Аллаһы бойорһа, хәйере менән бөтәһен дә булдырырһың, Инша Аллаһ; Аллаһы Раббым ярҙамын бирһен.
*Ғәфү ит. Яңлышҡанмын. Аллаһы Тәғәлә кисерһен.
*Яңлыштың. Аллаһы Тәғәлә кисерһен. Мин һине ғәфү итәм.
*Инша Аллаһ, бөтәһе лә яҡшы булыр. Раббым ярҙамынан ташламаһын.
*Күҙ теймәһен, Сөбханаллаһ!
*Аллаға тапшырҙыҡ, хәйерле юлдар насип итһен! Юлдарың уң булһын!
*Мине ололаған өсөн һине Аллаһ ҙурлаһын! Бөйөк бул. Ҙур булып үҫ!
*Аллаһы Раббыбыҙ бәлә-ҡазаларҙан, яман кешеләрҙән Үҙе һаҡлаһын! Аллаһ һаҡлаһын, ҡара йылан саҡмаһын.
*Аллаһының рәхмәте яуһын!
*Аллаһы хаҡы өсөн эшлә шуны. Кеше алдында хур булырға яҙмаһын. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә. Туған халҡыңа лайыҡ бул.
*Аллаһы Тәғәлә айыҡ зиһен, файҙалы ғилемдәр, тел асҡыстары бирһен. Ҡулыңдан ҡыуанырға яҙһын. Хәйерле эштәр насип итһен.
*Ярҙам иткәнең өсөн Аллаһы Тәғәлә әжерен бирһен. Ике донъя рәхәтен күрергә яҙһын.
*Һине кеше итергә яҙһын. Аяҡҡа баҫтырырға яҙһын.
*Бәхетең-тәүфиғың булһын. Бәхетең-тәүфиғың артһын. Нәҫел-нәсәпле йәр менән пар булырға яҙһын.
Фото: brickmarket-smr.ru