+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
7 Август 2024, 09:30

Һеперткегә бәйле ырымдар

Өйҙәгеләрҙең береһе алыҫ юлдан ҡайҙандыр ҡайтып килһә, ололар: «Иҙәнде һепермәй тор әле, ҡыҙым, ярамай», – тигәндәр. Баҡһаң, кешенең бәләгә тарыуы ихтимал икән. Йортта һеперткенең тотҡаһын аҫҡа ҡаратып ҡуйырға кәрәк, имеш. Был көнкүреш әйберен дөрөҫ ҡулланһаҡ, күңелһеҙлек, бәлә-ҡазанан да ҡотолоп ҡалырға мөмкин, тиҙәр. Һеперткегә бәйле ырымдар бик күп. Уларға ышанырғамы, юҡмы?

Һеперткегә бәйле ырымдарҺеперткегә бәйле ырымдар
Һеперткегә бәйле ырымдар

Киң таралғандарын ҡарап үтәйек әле.

  1. Өйҙә иҙәнде ингән ишек төбөнә ҡарай түгел, киреһенсә, ишек төбөнән һеперә башларға кәрәк. Әгәр ҙә ингән ишеккә ҡарай һеперһәң, өйҙән уңышты һәм муллыҡты һепереп сығарыуың бар.
  2. Өйҙә һәр ваҡыт аҡса булһын тиһәгеҙ, бер нисә һеперткене ҡулланыу тыйыла.
  3. Күптән көтөп алған ҡунаҡтар киткәс үк иҙәнде һеперергә ярамай. Шулай эшләһәң, улар башҡа килмәүҙәре лә бар. Әгәр, киреһенсә, оҡшамағандар ҡайтып киткәс, иҙән һеперһәң, улар һеҙҙең юлды бөтөнләй онотасаҡ.
  4. Иҙән һепергәндә һеперткенең бер сыбығы төшөп ҡалды, хәбәр көтөгөҙ.
  5. Һепертке менән йорт хайуандарына һуҡмағыҙ, үҙеңә ауырыу килтереүең бар.
  6. Ҡояш байығандан һуң иҙән һеперһәң – өйҙәгеләрҙең ауырыуына.
  7. Төштә һепертке күреү – ауырға ҡалыуға.
  8. Йәштәр ЗАГС-ҡа барғанда улар алдына юлды һепереү йолаһы бар. Был яңы ғаиләне күҙ тейеүҙән һәм көнсөллөктән һаҡлар.
  9. Әгәр ҙә балыҡҡа китеп барыусыны һепертке менән ҡаршы алһаҡ, табыш булмаясаҡ.
  10. Өйҙә һеперткенең тотҡаһын аҫҡа ҡаратып ҡуйырға кәңәш ителә. Уны дөрөҫ ҡуймау финанс яҡтан хәлде ҡатмарлаштырыуы ихтимал.
Автор:
Читайте нас