Үҙеңә ышанысты тәрбиәләү өсөн бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Ҡайһыһы һеҙгә оҡшай – шуныһын файҙаланығыҙ.
1. Икенсе яртыңды табырға тырыш. Күңелеңә яҡын кеше һәр саҡ һиңә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ, шатлыҡ та, ышаныс та бүләк итәсәк. Һеҙ – икәү, һеҙ – көс.
2. Кейем стилен үҙгәртегеҙ. Әгәр ҙә яҡшы, заманса кейенһәгеҙ, үҙегеҙҙе лә шуға ярашлы тоясаҡһығыҙ. Һайлаған әйберегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙ процентҡа оҡшарлыҡ булһын. Кейем стилен алмаштырып, бер төрлөлөктән ҡотолоғоҙ. Кейем-һалымығыҙҙы яңыртып тороғоҙ.
3. Көҙгө – һеҙҙең дуҫығыҙ. Ул иң яҡшы, матур сифаттарығыҙҙы асып һалыр, кәмселектәрегеҙҙе лә күрһәтер. Тимәк, үҙегеҙ өҫтөндә эшләргә урын бар. Бәлки, бөҙрәханаға барырға ваҡыт еткәндер, макияжды ла үҙгәртергә мөмкин. Һеҙҙең йәштәге, типтағы кешеләр нисек кейенә – күҙ һалығыҙ.
4. Һеҙ үҙегеҙҙә бер генә нәмәне үҙгәртеп тә, бөтә тормошоғоҙҙо өр-яңынан ҡора алаһығыҙ. Фекерләү, уй йөрөтөүҙе үҙгәртергә тырышығыҙ. Тирә-яҡ донъяға бөтөнләй башҡа күҙлектән –тыныс, ыңғай ҡараш менән бағығыҙ. Бер кемде лә, үҙегеҙҙе лә шелтәләмәгеҙ ҙә, ғәйепләмәгеҙ ҙә. Барыһын да нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ, ыңғай, яҡшы яҡтарҙы күрергә тырышығыҙ.
5. Шәхес булараҡ үҫешегеҙ. Һәр нәмәгә үҙ уйығыҙ, фекерегеҙ булһын. Күптәр ҡалыптар менән эш итә йә иһә башҡаларҙың фекеренә ҡушылыуҙы хуплай, коллективизм тойғоһон ул шулай аңлай. Үҙ һүҙегеҙҙе әйтергә тартынмағыҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ.
6. Үҙеңдең ниндәй кеше булыуыңды таныу мөһим. Дошманды еңеү өсөн уны яҡшы белергә кәрәк. Ҡурҡыу, икеләнеү тойғоһон еңеү өсөн үҙегеҙҙең уйҙарығыҙҙы, баштан үткән ваҡиғаларығыҙҙы анализлап, яңы аҙым яһарға нимә ҡамасаулауын асыҡлағыҙ.
7. Уйлау ғына аҙ, фекерҙәрегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ.
8. Изгелекле һәм йомарт булығыҙ. Башҡаларға йылы мөнәсәбәт баһағыҙҙы арттырыр.
9. Тормошта һеҙҙең ниндәй принциптарығыҙ бар? Нимәгә ынтылаһығыҙ? Принциптары булған кеше үҙ юлын таба, үҙенә ышанысы ла көслө. Алдына ҡыҫҡа һәм оҙайлы маҡсаттар ҡуйып йәшәй белгән кешенең юлы уңышлы буласағына шик юҡ.
10. Яй һәм асыҡ һөйләгеҙ. Көслө шәхестәр тыныс, ҡабаланмай, ышаныслы һөйләшә. Телмәрегеҙҙе шымартығыҙ. Пауза һәм “паразит” һүҙҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Иң мөһиме: нимә уйлайһығыҙ – шул хаҡта әйтегеҙ һәм нимә әйтәһегеҙ – ул хаҡта ла уйлағыҙ.