1. "Һин булғанға мин бәхетле". Ошо турала белеп үҫкән бала үҙенең кәрәклеген аңлар һәм үҙе лә тап ошо ғаиләлә үҫеүенә шатланыр.
2. "Һинең менән ғорурланам!" Үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булып үҫһен өсөн уны нисек бар шулай ҡабул итегеҙ һәм таянысы булығыҙ. Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда ла, "Быны эшләүең менән ғорурланам" тиһәгеҙ, ул еңелеүенә үкенмәҫ, яңынан шул эште башҡарып ҡарағыһы килер.
3. "Һин шундай ҡыйыу!" Нимәгәлер ҡурҡып тотоноп китә алмай торғанда, төптә ҡыйыулыҡ һаҡламы йәшенеп ятҡаны тураһында баланың белеүе мөһим. Теш табибына барғанмы ул, хулигандар менән мөнәсәбәт асыҡлаймы – ата-әсәһенең ошо һүҙҙәре уға һынауҙы лайыҡлы үтергә ярҙам итер.
4. "Һин булдыраһың!" Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә ярҙам итә, яҡшылыҡҡа өмөт, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра был һүҙҙәр.
5. "Эшләп ҡарауың яҡшы булған". Башланған эше тамамланмаһа ла әйтегеҙ ошо һүҙҙәрҙе, уның менән ғорурланыуығыҙҙы белдерегеҙ. Уңышһыҙлыҡ баш китерлек нәмә түгел, уны ҡабул итеп өйрәнергә һәм артабан атларға кәрәклегенә инандырығыҙ.
6. "Уны һайлауың яҡшы булған". Үҙе һайлағаны дөрөҫ икәнен аңғартыу зарур, был мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә ышаныс тәрбиәләй, үҙенең теләгенә, зауығына таянырға өйрәтә.
7. "Берәү ҙә идеаль түгел". Ошоно аңлап, етешһеҙлектәрен ҡабул итеп, үҙенең ҡабатланмаҫ шәхес икәнлеген белеп үҫһен бала.
8. "Ғәфү ит". Һеҙҙән ишетеп үҫһә, ошо һүҙҙе яңылышҡан, хаталанған ваҡытта үҙе лә әйтергә өйрәнә.
9. "Һине күрһәм, шатланам". Эштән арып ҡайтыуығыҙға ҡарамаҫтан, ҡабатланған был һүҙҙәрҙән балағыҙҙың мәктәптә йыйылған кире уйҙары, арыуҙары бөтөп китер.
10. "Ентекләберәк һөйлә". Бала хәбәр һөйләгәндә "эйе" тип кенә ултырмағыҙ, диҡҡәт менән тыңлап, ентекләп һөйләүен үтенегеҙ. Шул саҡта бала бының ысынлап та ҡыҙыҡлы икәнен аңлап, дәртләнеп китер, үҙенә ышанысы артыр.
11. "Һин ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле". Һәр баланың үҙенә генә хас сифаты бар: кемдер һүрәт төшөрөргә, икенсеһе шаяртырға ярата һ.б. Ошо турала уға әйтегеҙ! Үҙенең көслө яғын белһә, киләсәктә шөғөл табыуы ҡыйын булмаҫ.
12. "Мин һине яратам!" Быны әйтмәһәм дә аңлашыла, тип уйлаусылар бик ныҡ яңылыша. Был һүҙҙәрҙе ишетеү бер ҡасан да артыҡ булмай, бала унан шашып та китмәй. Мине яратмайҙар тигән шиккә урын ҡалмаһын.
13. "Һин һәр ваҡыт миңә таяна алаһың". Уңышһыҙлыҡҡа тарығанда бала белеп торорға тейеш: уны яраталар, тыңлайҙар, аңлайҙар, шуға ул йәшермәй борсоған уй-кисерештәрен һөйләр. Балаға 6 йәшме, 36-мы, ул таяныс барлығын тойорға тейеш.
Ихлас әйтелгән һүҙҙәр балаға үҙен дөрөҫ баһаларға ярҙам итә, ышаныс, көслө рух тәрбиәләй, ата-әсә менән бәйләнешен нығыта.