+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Сентября 2024, 05:00

Кемдәр алйот, ҡол һәм ялҡау?

Борон бер аҡыл эйәһе йәшәгән. Ул үҙенең уҡыусыларына шундай нәсихәт биргән:

Кемдәр алйот, ҡол һәм ялҡау?Кемдәр алйот, ҡол һәм ялҡау?
Кемдәр алйот, ҡол һәм ялҡау?

«Кешеләр өс төрлө юл менән бер-бере­һен кәмһетә: улар башҡаларға алйот, ҡол, ялҡау тип әйтергә мөмкин. Әгәр һеҙгә лә шулай тиһәләр, ябай ғына хәҡиҡәтте иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: бары тик үҙе алйот кеше генә башҡаларҙы иҫәр тип атаясаҡ; үҙҙәре ҡол булғандар ғына бүтәндәрҙә лә ҡолдо күрәсәк, үҙҙәре ялҡауҙар ғына ҡалғандарҙы ла ялҡау һанаясаҡ. Шуның өсөн ундай ке­шеләргә ҡарап күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Иң мөһиме, үҙегеҙ башҡаларҙы әлеге һүҙ­ҙәр менән кәмһетмәгеҙ. Юғиһә, алйот, ялҡау һәм ҡол тигән ярлыҡтар үҙегеҙгә лә йәбешер».
Кешеләрҙә тик һәйбәт яҡтарҙы ғына күрергә тырышығыҙ, бүтәндәрҙе рәнйетмәгеҙ. Ниндәй генә яман, уҫал тигән дандары сыҡҡандарҙың да барыбер яҡшы яҡтары була бит. Һәйбәт кешеләргә насар ҡушамат тағылмай ул. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.


М. ИСҠУЖИН.

Фото: yandex.ru.

Автор:
Читайте нас