Уны ултыртыуҙы тотороҡло һалҡындар башланғансы 3 аҙна ҡала теүәлләргә кәрәк. Беҙҙең республика шарттарында был октябрь баштарына тура килә. Көҙөн һарымһаҡ тамыр ебәреп өлгөрөргә, шул уҡ ваҡытта тишелеп сыҡмаҫҡа тейеш. Сәскәндә ҙурыраҡ тырнаҡтар һайларға тырышығыҙ, һарымһағығыҙ бик эре булып үҫәсәк.
Ай календары буйынса 5, 6,10,11,14,15,18,19,22,23 октябрҙә уны сәсеү өсөн бик уңайлы көндәр һанала.
Халыҡ һынамыштары буйынса, ҡоштар көньяҡҡа ҡуҙғалһа, һарымһаҡ ултыртыу өсөн яҡшы ваҡыт етә. Тағы ла бер һынамыш: саған япрағын ҡойһа, көҙгө йәшелсәне сәсер мәл етә.
Фото: pokayadoma.ru