*Майлы тапты тағы ла ҡашығаяҡ йыуыу өсөн шыйыҡса, крахмал, аҡбур, теш порошогы менән дә таҙартып була.
*Яңы таптан тағы шулай ҡотолорға була: тоҙ һөртөп, өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙырға. Мамыҡты аш һеркәһенә мансып таплы урынды ышҡырға һәм һыуыҡ һыуҙа йыуырға. Бындай ысул кейемгә һут тамған саҡта ла ярҙам итә.Гәрсис онтағына бер аҙ һыу менән ҡатыштырып тапҡа һөртөргә мөмкин.
*Кер һабынын һылап һалып торорға була.
*Әйберҙең бысранған өлөшөн 30 минутҡа эҫе һөткә тығып, аҙағынан һабын менән йыуырға. Йә булмаһа, водород перекисы (бер балғалаҡ перекисты ярты стакан һыуҙға ҡатнаштырып) ышҡып, һалҡын һыуҙа сайырға. Бындай сара аҡ әйберҙәргә генә бара.
Төрлө тапты төрлө ысул ярҙамында сығаралар. Түбәндәге кәңәште лә иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
йәшел үләнде - һеркә
еләк-емеште – ҡайнар һыу
ҡәһүәне - сода
майҙы - газлы һыу
шыйыҡ майҙы - аҡбур
дезодорантты - тоҙ һәм һеркә
шарапты – нашатыр спирты.
Фото: modasadovod.ru