Һуңғы ваҡыт үҙемә кәрәкле ҡайһы бер исем-шәрифтәрҙе ҡапыл ғына иҫемә төшөрә алмай башлағас, ағайҙы аңланым. Шуныһы ҡыҙыҡ, исем-шәрифтәрҙе, йәки башҡа төрлө мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу өсөн ниндәйҙер образ, символ, шиғри рифма формаһында хәтергә һалып ҡуйһаң, онотолмай. Үҙем өсөн шундай асыш та яһаным: һәр халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан һуң яҙма әҙәбиәте мәғлүмәтте хәтерҙә һаҡлау мөмкин булмай башлағас барлыҡҡа килмәнеме икән? Ә образ менән символдарға килгәндә улары инде художестволылыҡ деталдәре. Ҡабатлап әйтәм, асышты үҙем өсөн генә яһаным...
Хәтер тарҡалыуын өйрәнеүсе ғалимдар, әгәр ҙә кеше нимәнелер онотоп шул онотҡанын иҫенә төшөрөргә тырыша икән, бында борсолорға урын юҡ тиҙәр. Баҡтиһәң, был хәл ҡартлыҡтың билгеһе генә, ундай кешегә альцгеймер, деменция янамай. Ә бына нимәнелер онотоуыңды онотоуың етди мәсьәлә, имеш...